Пенсионерҙар партияһы урман-тауҙар уратып алған хозур тәбиғәтле, шишмә-йылғаларға бай булыусы Башҡортостанды Республика көнө менән тәбрикләй. 11 октябрь юҡҡа ғына календарҙа ҡыҙыл төҫкә буялмаған. Ысынлап та, был матур байрам кескәйҙәр, ололар, шул иҫәптән пенсионерҙар партияһы өсөн әһәмиәтле көндәрҙең береһе. Сөнки, тәү сиратта Башҡортостан республикаһындағы милли һәм ижтимағи үҫеш пенсионерҙар партияһы менән тиңдәш, тип әйтһәк, бер ҙә хата булмаҫ. Әлеге ваҡытта Башҡортостан республикаһында йөҙләгән депутат Пенсионерҙар Партияһын етәкләй. Был сәйәсәттә артабан да үҫешергә, әлбиттә, бөтә мөмкинлектәр бар.
Башҡортостан халҡы заман менән бергә атлай. Шулай ҙа борон ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын онотмауы ҡыуандыра. Республика бигерәк тә, иҡтисади ҡаҙаныштарға бай. Был күп проблемаларҙы хәл итергә юл аса. Йәмғиәт тормошон бергә яҡшыртыу, бар яҡлап алда булыу-этник һәм дини төркөмдәрҙе лә берләштерә. Пенсионерҙар партияһы тап ошо юҫыҡта эшләй ҙә инде. Һәм, әлбиттә, республика халҡының ярҙамы, кәңәше мөһим. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, Башҡортостан республикаһы йәнә сәскә атһын, киләсәк быуын алға барһын өсөн һәр ваҡыт әҙер. Беҙ бергә булһаҡ ҡына, беҙҙең Башҡортостаныбыҙ юлында осраған ҡаршылыҡтарҙы йырып сығасаҡ.
Башҡортостан республикаһы көнө уңайынан бөтә халыҡты байрам менән йәнә ҡотлайбыҙ.
Вернуться